Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 05:21

Ҡыштың тәүге көнөндә һауа республикала +5 градусҡаса йылына

-

Ҡыштың тәүге көнөндә һауа республикала +5 градусҡаса йылынаҠыштың тәүге көнөндә һауа республикала +5 градусҡаса йылына
Ҡыштың тәүге көнөндә һауа республикала +5 градусҡаса йылына

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 1 декабрҙә, республикала көндөҙгө сәғәттәрҙә һауа 0, +5 градусҡаса йылына. Төндә 0, -5 градус була. Алдағы ике көндә аномаль йылы һауа торошо һаҡлана. Термометр бағанаһы +3 градусҡа тиклем күтәрелә.

Календарь ҡыштың тәүге көндәрендә йылы ел иҫеүе, ямғыр, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Бындай һауа торошо республикаға йылы һәм яуым-төшөм алып килгән тотороҡло көньяҡ тропик циклондың йоғонтоһо менән аңлатыла.

Көндәрҙең бер аҙнаға яҡын аномаль йылы тороуы көтөлә. 7 декабрҙә иһә Башҡортостанда кинәт -21 градусҡаса һыуыта, тип фаразлай синоптиктар.

 

Сығанаҡ:Башинформ.

Автор:
Читайте нас