


2021 йылдың 1 декабренән өс категория пенсионерҙарҙың пенсияһы автомат рәүештә индексациялана.
Беренсе сиратта ул ноябрь айында 80 йәше тулған граждандарға ҡағыла. Закон буйынса 80 йәшкә еткән граждандың пенсияһы ике тапҡырға арта. 2021 йылда пенсия күләме 6 044 һум тип билдәләнгән булһа, 80 йәш тулғас, ул 12 088 һум була. Тыуған көндән һуң икенсе айҙа пенсия артып килә.
Шулай уҡ 2021 йылдың август айына тиклем эшләгән пенсионерҙарҙың да түләүҙәре арта. Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы йыл һайын индексациялана, ә эштән киткәс, ул яңынан иҫәпләнә. Эштән киткәс, икенсе айҙан пенсия арта, әммә ул өс айҙан һуң ғына барлыҡ өҫтәмә түләүҙәр менән туп-тулы күләмдә килә.
Пенсионер августа эштән китә икән, сентябрҙә Пенсия фондына яҙылған август хисабында ул эшләй тип һанала. Октябрҙә бирелгән хисапта ул эштән киткән була, һәм ноябрь айында пенсияһын арттырыу ҡарала, декабрҙә ул артып килә.
Пенсияны яңынан иҫәпкә алыу өсөн ғариза биреүселәрҙең дә түләүҙәре артырға мөмкин. Әйтәйек, өлкән йәштәге граждандар балиғ булмаған бала тәрбиәләүе хаҡында белдерһә, һәр сабый өсөн ике мең тирәһе аҡса өҫтәлә.