

– Һайлау комиссияһында хәҙер инде күп йылдар рәйес булып торам. Ышаныс белдергәндәр икән, эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Тауыш биреүселәрҙең хәүефһеҙлеге буйынса бында бар талаптар үтәлә. Һайлауға килеүселәргә битлек, бирсәткәләр бирелә, бюллетендә тауыш биреү өсөн һәр кемгә айырым ручка ла ҡаралған. Беҙҙең участкыла барлығы 2380 кеше иҫәптә тора. Һайлауҙың өс көнөндә лә кеше әүҙем булды,-тине һайлау комиссияһы рәйесе Фаил Әхтәм улы Бикбов.