

Нефтекама ҡалаһы суды видеокүҙәтеү камераларынан яҙылған видеоны ентекләп өйрәнгән, шаһиттар менән һөйләшкән. Һөҙөмтәлә һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫарын эштән ситләтеүҙең кәрәклеген тапмағандар.
“Эхо Москвы в Уфе” радиоһы хәбәр итеүенсә, йома кис Нефтекама ҡалаһының 482-се һайлау участкаһында кәңәшләшеү тауышына хоҡуғы булған һайлау комиссияһы ағзаһы Ирек Хижәпов хоҡуҡ боҙоу тураһында хәбәр итә. Уның һүҙенә ҡарағанда, комиссия ағзаларының береһе урналарҙы асҡан мәлдә өҫтәлгә бюллетендәр һалып өлгөрә.
Мәғлүмәтте һәм видеояҙманы Территориаль һайлау комиссияһына тапшыралар. Унда 482-се һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Рузилә Әхмәтованы вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар сығарыла.
Нефтекама ҡалаһының Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Марат Әхмәтов билдәләүенсә, суд видеояҙмала хоҡуҡ боҙоу осрағы тапмаған, шуға күрә йома үткән һайлауҙың һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыу тураһында һүҙ бармай, участкала эш элекке режимда дауам итә.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы биргән һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ике көн эсендә республикала 1,4 миллион кеше тауыш биргән, был һайлаусыларҙың 46,36 процентын тәшкил итә. Был йәһәттән күрһәткес Өфө ҡалаһында - 49,09, республика ҡалаларында - 36,74, райондарҙа - 51,54 процент.
Фото: capost.media