Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2021, 07:51

Сәскәләр – тормош йәме

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Улар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылыта.

Сәскәләр – тормош йәмеСәскәләр – тормош йәме
Сәскәләр – тормош йәме

Әбүбәкер ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп. Ошо матурлыҡ яратыусы, уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығында матур сентябрь айында ауылда Сәскәләр байрамы үтте. Унда 20 кеше ҡатнашты. Артабан “Сәскәләр викторинаһы” үтте. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас