Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2021, 13:02

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнһен

Элек байрамдар артыҡ күп булманы. Яңы йыл, Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө, Совет Армияһы көнө һәм Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө, 7 ноябрь байрамы... Әммә рәсми рәүештә булмаһа ла, халыҡ өсөн байрам тойолған йәнә бер көн бар ине. Ололар яуапты шунда уҡ табыр - ул Һайлау көнө. Үкенескә күрә, төрлө сәбәптәр арҡаһында әлеге мәлдә өлкәндәрҙең барыһы ла һайлау участкаларына килә алмай. Әммә был улар мөһим кампаниянан ситтә ҡала тигән һүҙ түгел, һайлау участкалары вәкилдәре уларҙы өйҙәренә килеп һайлата.

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнһенБарыһы ла халыҡ өсөн эшләнһен
Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнһен

Аҡъяр ауылында ауылында йәшәүсе Клара Батыр ҡыҙы Вәлиева һәм Флүрә Хәйретдин ҡыҙы Саптаровалар, мәҫәлән, һайлау комиссияһын өйөндә көтөп алған һәм үҙе теләгән кандидаттар һәм партия өсөн тауыш биргән.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас