

Башҡортостанда тауыш биреүҙең өсөнсө көнө дауам итә. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары көн дауамында даими рәүештә һуңғы мәғлүмәттәрҙе биреп бара.
Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова 19 сентябрҙең 12.00 сәғәтенә ҡарата һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Шулай итеп, Башҡортостанда әлегә һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 53,5 проценты тауыш биргән. Был – 1 миллион 608 мең 96 кеше.
"Һайлауға килгәндәр һаны түбәндәгесә: Өфөлә - 54,38, ҡалаларҙа - 42,91, райондарҙа уртаса 60,68 процент. 43 меңдән ашыу кеше беренсе тапҡыр тауыш биргән. Башҡортостанда һайлаусыларҙың уртаса йәше – 48", – тине ул.
Һандарға мөрәжәғәт итеп, тағы шуны әйтергә була: 30 йәшкә тиклемге һайлаусылар һаны – 547 мең, был - 17 процент. 80 йәштән өлкәндәр – 127 мең кеше (4,2 процент). Өлкәндәрҙең 127-һенә йөҙ йәш тулып үткән.
Автор фотоһы.