

- Быйыл һайлауҙар өс көн барасаҡ. Һайлау участкаһы иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ буласаҡ. Беҙҙең участкыла бөтәһе 896 кеше үҙ тауышын бирергә тейеш. Улар араһынан 12 тәүге һайлаусы. 80 йәштән өлкәндәр-46 кеше. Иң беренселәрҙән булып Миңлеғәле Бохарбаев үҙенең тауышын бирергә килде. Коронавирус сире таралыу хәүефенә бәйле, участкыла санитар-эпидемиологик сараларға ҙур иғтибар бирелә. Бөтә һайлаусыларға ла бер тапҡыр тотонола торған битлек һәм ручка биреләсәк. Комиссия ағзаларына ла шәхси һаҡланыу әйберҙәре – битлектәр, бирсәткәләр, һаҡлаусы кейем таратылды. Улар ултырған өҫтәлдәргә һаҡлағыс экрандар ҡуйыла. Һәм әлбиттә, һайлауҙарҙың өс көн барыуы ла халыҡ күпләп бер көндә йыйылмаһын өсөн уңайлы. Һайлауҙарға халыҡ күпләп килер, һәр кем үҙ тауышын бирер, тип ышанам,-ти 3204-се һайлау участкаһы рәйесе Нияз Рыҫҡолов.