Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 06:52

“Урал аръяғы-2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы гөрләйәсәк

10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында өсөнсө “Урал аръяғы-2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, форум сиктәрендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы стратегик һәм дискуссия сессиялары, “түңәрәк өҫтәл”дәр, шулай уҡ бай мәҙәни программма көтә. Инвестһабантуйында милли аш-һыу республика конкурс-фестивале һәм “Ҡымыҙ-фест”, шулай уҡ милли кейемдәр парады үтәсәк.

“Урал аръяғы-2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы гөрләйәсәк“Урал аръяғы-2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы гөрләйәсәк
“Урал аръяғы-2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы гөрләйәсәк

Эшлекле программа сиктәрендә ҙур сарала ҡатнашыусыларҙы хеҙмәт производствоһын арттырыу, эске туризмды, ауыл хужалығын һәм мәҙәниәтте күтәреү,  тәбиғәтте һаҡлау кеүек бихисап әһәмиәтле темалар буйынса фекер алышыуҙар көтә.

Ә ниндәй мәҙәни саралар ойоштороласаҡ! Милли костюмдар парады,  милли аш-һыу, ҡымыҙфест конкурс фестивалдәре һәм башҡалар!

Автор:
Читайте нас