Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 15:57

Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә?

Билдәле булыуынса, әлеге мәлдә республика етәксеһе тура эфирҙа халыҡ һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә. Сираттағы һорау Радий Фәрит улының муниципалитет башлыҡтарының эшен нисек баһалауы тураһында булды.Был һорауға яуап биреп, Радий Хәбиров: "Мин етәкселәрҙе ниндәйҙер шәхси мөнәсәбәттәр, тәҫьораттар аша түгел, ә атҡарған бурыстарының һөҙөмтәләренә ҡарап баһалайым. Кемделер артыҡ күреп, кемделер кәмһетеү яҡлы түгелмен. Әммә башлыҡ ниндәйҙер хата ебәрә икән, кадрҙар тураһында уйланырға тура килә.

Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә?Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә?
Радий Хәбиров ҡала һәм район башлыҡтарына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә?

Дөрөҫөн әйткәндә, ҡала һәм район етәкселәрен төрлө яҡлап ентекләп ҡарап ҡына торалар, үлән үҫмәһә лә, электр булмаһа ла, улар ғәйепле. Шуға эштәренә иғтибарлы булырға, ғәҙел булырға тырышам", - тине.
#ТураБәйләнеш#РадийХәбиров#

Автор:
Читайте нас