Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 16:20

Балалар спортына иғтибар тағы ла артасаҡ

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы капитаны Григорий Панин Өфөлә һырғалаҡтар етмәүе мәсьәләһен күтәрҙе.

Балалар спортына иғтибар тағы ла артасаҡБалалар спортына иғтибар тағы ла артасаҡ
Балалар спортына иғтибар тағы ла артасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге ваҡытта "тура бәйләнеш" үткәрә, халыҡтан килгән төрлө һорауҙарға яуап бирә. Республикаға идара итеү үҙәгендә барған сарала, журналистар һәм блогерҙарҙан тыш, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Улар араһында “Салауат Юлаев” хоккей командаһы капитаны Григорий Панин да бар.

Уның һорауы спортҡа бәйле ине. Капитан белдереүенсә, Өфөлә һырғалаҡтар етмәй, ҙур ҡалала - ни бар дүрт-биш объект. Спортсы төбәк етәксеһенән, Өфөлә балалар хоккейын үҫтереү өсөн өҫтәмә һырғалаҡтар йәки боҙ ареналары төҙөлөрмө, тип һораны.

– Әле хәлдәр шулай: Өфөнөң тарихи үҙәгендә һырғалаҡ яһау өсөн урын юҡ. Уны ҡайҙа ҡуйырға икәнлеге хаҡында уйлайбыҙ. Тик был һырғалаҡ әллә ниндәй “ялтырауыҡлы” объект булмаясаҡ. Ни бары эш өсөн – ябай ҡап. Ундайҙы 250-300 миллион һумға эшләргә була. Өфөнөң ике өлөшөндә ике ҡап төҙөргә йыйынабыҙ. Был ваҡиға 2023 йылдан алдараҡ булмаясаҡ, 2024 йылға тиклем Өфөлә балалар күнекмәһе өсөн ике эш катогы төҙөлөр тип уйлайым, – тине төбәк Башлығы.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, республика ҙур, тимәк, бындай объекттар башҡа ҡалаларға ла кәрәк. Әле Ишембайҙа төҙөлөп бөттө, киләһе йыл Октябрьский ҡалаһында буласаҡ. Баймаҡта проектлау эштәре бара, уны тамамлағас, Мәсәғүттә башланасаҡ. 

"Тура бәйләнеш"тә Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” уйынсыларын кисә “Металлург”ты еңеүҙәре менән ҡотланы.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас