Яңылыҡтар
30 Август 2021, 04:16

Милли чемпионат тамам

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Милли чемпионат тамамМилли чемпионат тамам
Милли чемпионат тамам

Өфөлә бер нисә көн дауамында барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы тамамланды.  Ҙур сара “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында ойошторолдо.

Милли беренселек финалында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовтың, “Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (ВорлдСкиллс Рәсәй)” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры Роберт Уразовтың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

Әлбиттә, 105 компетенция буйынса чемпионт еңеүселәрен ҡотланылар, алдынғыларға миҙалдар тапшырылды.

– Был бик ябай булмаған көндәр булды, – тине Радий Хәбиров. – Уның ҡарауы, һеҙҙең арала еңелгән кеше юҡ. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә профессионалдар. Һеҙгә ҙур хөрмәт менән ҡарайбыҙ, һеҙҙең сәмсел сифаттарығыҙ һоҡландыра.

Ябыу тантанаһында онлайн-режимында “Дабро” төркөмө сығыш яһаны.

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалы Өфө ҡалаһында 25–29 август көндәре үткәрелде.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:
Читайте нас