Яңылыҡтар
30 Август 2021, 04:07

Булат Ниғмәтуллин – еңеүсе!

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Булат Ниғмәтуллин – еңеүсе!Булат Ниғмәтуллин – еңеүсе!
Булат Ниғмәтуллин – еңеүсе!

Өфөлә бер нисә көн дауамында барған IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты финалының бик ҡыҙыу барыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Һүҙ ҙә юҡ, сәмле ярышта көслөләр еңеү яуланы. Иң-иңдәр араһында Башҡортостан ҡыҙ һәм егеттәрен күреп айырыуса ҡыуандыҡ. Мәҫәлән, Булат Ниғмәтуллин “Сәнәғәт робот техникаһы” компетенцияһында 1-се урынды алды.

Булат һөйләүенсә, уға киләсәктә үҫеш өсөн ошо милли беренселектә еңеү кәрәк булған. Егет уңышҡа ирешеп, Башҡортостанда үҙ һөнәрҙәренең оҫталары күплеген иҫбат иткән.

– Эйе, еңеү яуланым, һөйөнөсөм сикһеҙ, – ти Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты Булат Ниғмәтуллин. – “Авиатех” предприятиеһында даими эш урыным булыуы ныҡ ярҙам итте. Был предприятие заман менән бергә атлай. Беҙҙең йыйылма команда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты, әммә ул һөйләшеүҙә мин була алманым, ярыштарҙа инем. Уйлауымса, Радий Фәрит улы менән осрашыуҙар алда буласаҡ әле.

Фото: Башинформ.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:
Читайте нас