Яңылыҡтар
28 Август 2021, 05:39

Министр Башҡортостан телеканалына интервью бирҙе

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Министр Башҡортостан телеканалына интервью бирҙеМинистр Башҡортостан телеканалына интервью бирҙе
Министр Башҡортостан телеканалына интервью бирҙе

Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы дауам итә.

Юғары кимәлдәге сара уңайынан Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервью бирҙе, чемпионаттың файҙаһы тураһында һөйләне.

– Иң ҙур файҙа беҙҙең өсөн, әлбиттә, йәш һөнәрмәндәр чемпионаты финалының Өфөлә ойошторолоуы, – тине Айбулат Хажин. – 170 мең квадрат метр майҙанды әҙерләү, 105 компетенцияны хәстәрләү, 750 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алыу... Әйтеүе генә анһат. Милли беренселек уҙғандан һуң ошо ҡорамалдарҙың бөтәһе лә республикабыҙҙың колледждарына таратылып биреләсәк. Тимәк, белем усаҡтарында бынамын тигән оҫтаханалар буласаҡ.

Айбулат Вәкил улының билдәләүенсә, төрлө компетенциялар буйынса үҫешергә теләгән белем биреү учреждениеларына ярҙам итергә кәрәк. Быға хәтлем ҡайһы бер белем усаҡтары “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үҙгәртелгән дә инде.

 Милли беренселектең финалы 29 августа “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла. Унда иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк.

 

Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

 

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:
Читайте нас