Яңылыҡтар
28 Август 2021, 05:25

Элек аҡса һорайҙар ине...

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Элек аҡса һорайҙар ине...Элек аҡса һорайҙар ине...
Элек аҡса һорайҙар ине...

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы йылдан-йыл танылыу яулай. 9-сы класты тамамлаған уҡыусыларҙың яртыһы тиерлек артабан һөнәрселек училищеларына бара икән, был тәңгәлдә милли беренселек финалы тиккә ойошторолмаған тип һығымта яһарға мөмкин.

Әйткәндәй, ошо турала Рәсәй Мәғариф министрлығының урта һөнәри белем биреү һәм профессиональ уҡытыу департаменты директоры Виктор Неумывакин да белдерҙе.

"Билдәле булыуынса, үткән быуаттың 90-сы йылдарында эш биреүселәр практика өсөн аҡса һорай ине, ә хәҙер улар кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн үҙҙәре колледждар юлын тапай, – тине Виктор Неумывакин. – Бөгөн беҙҙең алда төп һорау бына ниндәй: Рәсәйҙә уҡыу процесына яңы йөкмәткене һәм технологияны индерә алырбыҙмы?"

“Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй)” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың генераль директоры Роберт Уразов әйтеүенсә, бөгөн балалар бүтән тормош менән йәшәй. Заман йәштәренең ихтыярына ҡаршы барып, үҙҙәре теләмәгәнде көсләтеп эшләтеп булмай.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, маҡсатыбыҙ – һөнәри оҫталыҡтың абруйын күтәреү.

Милли беренселектең финалы 29 августа “Ватан” паркында тантаналы шарттарҙа ябыла. Унда иң-иңдәр асыҡланасаҡ һәм бүләкләнәсәк.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

 

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:
Читайте нас