Яңылыҡтар
28 Август 2021, 05:19

Чемпионат финалына Радий Хәбиров улын алып килде

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia  

Чемпионат финалына Радий Хәбиров улын алып килдеЧемпионат финалына Радий Хәбиров улын алып килде
Чемпионат финалына Радий Хәбиров улын алып килде

Өфөлә IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли беренселеге финалы дауам итә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров милли беренселек финалына өлкән улы Фәрит менән килде. Хәбировтар try-a-skill (был һөнәрҙә үҙеңде һына) интерактив майҙансығында булды.

– Бында барыһы ла уңайлы һәм файҙалы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Фәрит улы. – Тап ошонда улымды алып килергә миңә Роберт Наил улы Уразов тәҡдим итте. Минең улым ярышты ҡараны. Уйлауымса, үҫмерҙәрҙе күпләп килтерергә кәрәк, сөнки ошо майҙансыҡ менән танышҡандан һуң улар үҙҙәренә һөнәр һайлай. Егет һәм ҡыҙҙарға һөнәр һайлауҙа был сараның әһәмиәте ҙур.

Әйткәндәй, милли чемпионат финалы сиктәрендә try-a-skill интерактив һәм һөнәр һайлау йәһәтенән 5-11 класс уҡыусылары өсөн комплекслы майҙансыҡтар эшләй. Бында һәр кем үҙен төрлө һөнәр буйынса һынап ҡарай.

Йәш һөнәрмәндәрҙең бәйгеһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән вәкилдәр бар, яҡынса 1800 кеше үҙенең көсөн һынап ҡарай, шул иҫәптән 600 үҫмер. Бынан тыш, беҙгә ике мең тирәһе эксперт килде. 30 меңдән ашыу тамашасы уны күҙәтер тип көтөлә, алты меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһына һөнәри йүнәлеш майҙанына инеү хоҡуғы бирелгән.

Башҡортостан йыйылма командаһында 498 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән 100 белем усағынан 280 ҡатнашыусы һәм 218 эксперт. Яҡташтарыбыҙ 103 компетенцияла үҙҙәренең мөмкинлектәрен самалай.

Шуға иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, Рәсәйҙәге иң күләмле ярыштарҙың береһе –  IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) милли беренселеге финалы 29 август тамамлана.

 

Фото: Башинформ.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia  

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:
Читайте нас