Яңылыҡтар
28 Август 2021, 05:47

Башҡортостанда 1 сентябрҙә алкоголь һатылмай

-

Башҡортостанда 1 сентябрҙә алкоголь һатылмайБашҡортостанда 1 сентябрҙә алкоголь һатылмай
Башҡортостанда 1 сентябрҙә алкоголь һатылмай

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостанда йәшәүселәргә Белем көнөндә республикала спиртлы эсемлектәр һатыуҙың тыйылыуын иҫкәртте.

– Башҡортостанда йәшәүселәргә Белем көнөнөң айыҡ байрам икәнен иҫкә төшөрәм. Бөтә республикала иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра һатыу тыйыла, – тине Константин Толкачев. – Айыҡ һабантуйҙар һәм Йәштәр көнө тәжрибәһе халыҡтың сикләүҙәр индереүҙе аңлап ҡабул итеүен күрһәтте. Был сара йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә ярҙам итә. Йәштәр мөхитендә лә алкоголь ҡулланыуҙың кәмеүен көтәбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә (27 июндә), Белем көнөндә (1 сентябрҙә) һәм һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә, шула уҡ яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыу тыйыла.

 

https://www.bashinform.ru/news/1635748-na-territorii-bashkirii-1-sentyabrya-budet-bezalkogolnym-dnem/

 

Фото: Валерий Шахов
Автор:
Читайте нас