

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалы ҡатнашыусылары “Прототиптар эшләү” компетенцияһында өс көн эсендә 2D һыҙмаһы буйынса деталь эшләйәсәк. Әйткәндәй, ошо ярышта 16 йәштән өлкәндәр араһында 10 кеше һәм үҫмерҙәр төркөмөндә икешәр кешенән торған туғыҙ команда ҡатнаша. Конкурс иртәгә башлана. Әле ҡыҙҙар һәм егеттәр инфраструктураны тикшерә, майҙан төҙөлөшөн ҡарай, ҡорамалдарҙың мөмкинлеген самалай. Төп төркөмдәге ҡатнашыусылар тәүге тапҡыр лазер станогында эшләп ҡараясаҡ.
– Беҙҙең ҡорамалдар паркы ярайһы ҙур ғына, – тип һөйләй ошо компетенциялағы төп эксперт Мария Козлова. – Үҫмерҙәр ике типтағы 3D принтерында эшләй белә, матур итеп буяйҙар, килешмәгән урындарын тигеҙләйҙәр, фрезерлау, йөҙләү һәм тишеү станоктары менән оҫта ҡуллана.
Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең төрлө көтөлмәгәнлектәргә осрауы ихтимал. Уларға бер ниндәй аңлатмаһыҙ, тик текст ҡына яҙылған һыҙма бирәсәктәр. Үҫмерҙәргә шуны тап үҙҙәренсә төҙөү, баҫтырыу, сығарыу, йыйыу бурысы ҡуйыла. Шуныһы, ул алдан уйланылғанға тап килергә тейеш. Мәҫәлән, уҙған бер чемпионатта егеттәр һәм ҡыҙҙар фен, гироскутер, кофе онтаусы машина һәм шлем эшләгән.
Мария Козлова белдереүенсә, балалар ни бары өс көн эсендә ҡәҙимге производстволағы шикелле әйберҙәр эшләү һәләтенә эйә, хатта тиҙерәк тә әле.
Чемпионат республикабыҙҙың һәр йәһәттән дә үҫеше өсөн этәргес буласаҡ. Милли беренселектә юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студенттары (16–25 йәшлек үҫмерҙәр) һәм мәктәп уҡыусылары (16 йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙар) ҡатнаша.
Фото: Башинформ.