

«Ҡурҡыныс сирҙе беҙ бергәләп тотонғанда ғына еңә алабыҙ. Ләкин бер кемде лә эштән бушатыу менән янарға ярамай. Киреһенсә, был осраҡта кешеләргә ихтирам күрһәтеү кәрәк, итәғәтле генә итеп аңлайышлы аңлатыу эше алып барыу мөһим. Кеше үҙенең, яҡындарының ғүмерен hаҡлап ҡалыу өсөн вакцина яһау кәрәклеген аңларға тейеш. Шул саҡта ғына был афәттән ҡотола аласаҡбыҙ», — тине Владимир Путин.
Сығанаҡ: "Ағиҙел" журналы