

Кисә Баймаҡ районында йән өшөткөс хәл булған. Аҡморон ауылы янында үҙ теләге менән янғын һүндерергә сыҡҡан ир-аттар ут ҡамауына эләккән. Ирҙәр тәүҙә төтөндә аҙашҡан, бер нәмә лә күренмәгәс, ҡайҙа барырға белмәгән. Һуңынан пожар машинаһы бөтөнләй һүнгән. Ут янғын һүндереселәрҙе йән-яҡтан ҡамап алған. Ирҙәрҙең береһе тән йәрәхәттәре алған – уның кейеменә ут ҡапҡан. Икенсеһе хәлде видеоға төшөрөп интернет селтәренә һалған. Бәхеткә күрә, дуҫтары уларҙы эҙләп табып, ҡамауҙан алып сыҡҡан.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы.