Яңылыҡтар
25 Август 2021, 04:14

Ун айлыҡ сабыйға ярҙам маҡсатында

-

Ун айлыҡ сабыйға ярҙам маҡсатындаУн айлыҡ сабыйға ярҙам маҡсатында
Ун айлыҡ сабыйға ярҙам маҡсатында

Өфөгә хәйриә сәйәхәтенә сыҡҡан актер Александр Устюгов килеп етте. «Индиана» мотоциклына атланып ул август башынан бирле сәфәрҙә. Санкт-Петербургтан алып Алтай тауҙарына тиклем 12 мең саҡрым юл үткән.

Сәйәхәттең маҡсаты ауырыу сабыйҙы дауалау өсөн аҡса йыйыу. 10 айлыҡ Володя Сологуб арҡа мейеһе атрофияһынан яфалана. Уға 168 миллион һумлыҡ Золгенсма препараты ярҙам итә ала. «28 панфиловсы», «Атайҙар һәм балалар» кинофильмдары аша тамашасыға танылып өлгәргән актер Александр Устюгов ауырыу сабыйҙый ата-әсәһе менән осраҡлы ғына Краснодар ҡалаһында таныша.

Улар киносәнғәт оҫтаһынан ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Александр инстаграмда аҡса йыйыу акцияһын башлай. Һөҙөмтәлә донъялағы иң ҡиммәтле дарыуға аҡса йыйыу өсөн ул мотосәфәргә сыға.

Мәрхәмтәлек, ауыр ғына тема. Халыҡтан аҡса йыйыу ғына мөһим түгел. Кешеләр бирергә әҙер. Мәсьәләнең асылын аңлатырға кәрәк. Әле Рәсәйҙә ошондай уҡ диагноз менән 20 балаға ярҙам талап ителә. Ваҡыт аяуһыҙ, урынында тормай. Ауырыу сабыйҙарға тиҙ арала ярҙам итергә кәрәк. уколды 2 йәшкә тиклем эшләп өлгөртөү мотлаҡ.

Александр Устюгов, киноактёр

Дарыу сертификатланған. Әле «изгелек даирәһе» тип аталған махсус хәйриә фонды ла ойошторолдо. Әммә улар 6 айлыҡ сабыйҙарға ғына ярҙам күрһәтә. Володя 11 айлыҡ. Шуға ла ул рәсми ярҙам тышында ҡалған.

Рафиҡ Әхмәтшин.

Автор:
Читайте нас