

Башҡортостанда сит ил автомобиле водителе юлда мышыны тапатҡан. Фажиғә кисә Дәүләкән районында Дәүләкән — Талбазы юлының туғыҙынсы саҡрымында теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Renault Megane рулендәге 26 йәшлек егет мышыны төкөткәндән һуң кюветҡа осҡан.
«Аварияла зыян күреүселәр юҡ. Ҡырағай йәнлек үлгән. Автомобилгә ремонт талап ителә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан.
https://www.bashinform.ru/news/1634213-voditel-inomarki-sbil-losya-na-doroge-v-bashkirii-zhivotnoe-pogiblo/
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ.