Яңылыҡтар
24 Август 2021, 07:11

Юл фажиғәһендә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлгән, бала йәрәхәттәр алған

-

Юл фажиғәһендә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлгән, бала йәрәхәттәр алғанЮл фажиғәһендә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлгән, бала йәрәхәттәр алған
Юл фажиғәһендә йәш ҡатындың ғүмере өҙөлгән, бала йәрәхәттәр алған

Бер кеше һәләк булған, 17-һе йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекторҙары 23 августа Башҡортостанда теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһы статистикаһын баҫтырып сығарҙы.

Илеш районында үлемесле авария булған. Мәскәү — Өфө трассаһында бер юлы өс автомобиль бәрелешкән. «Семёрка» тәүҙә ҡаршыға килгән Daewoo Nexia автомобиленә, һуңынан «Форд Фокус»ҡа килеп бәрелгән.

Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ВАЗ-2107 автомобиле менән 79 йәшлек Татарстан кешеһе идара иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 35 йәшлек ҡатын дауаханала йән биргән. Водитель, 63 йәшлек ҡатын һәм 11 йәшлек малай дауаханаға оҙатылған.

https://www.bashinform.ru/news/1633753-v-massovom-dtp-v-bashkirii-pogibla-molodaya-zhenshchina-postradal-rebyenok/

Фото: Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы.

Автор:
Читайте нас