Яңылыҡтар
24 Августа 2021, 10:41

Республикала уҡыусылар һәм студенттарға электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин

-

Республикала уҡыусылар һәм студенттарға электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкинРеспубликала уҡыусылар һәм студенттарға электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин
Республикала уҡыусылар һәм студенттарға электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин

Башҡортостанда 1 сентябрҙән уҡыусыларға электричкала йөрөү өсөн 50% ташлама бирелә. Льготанан 7 йәше тулған уҡыусылар һәм юғары уҡыу йорттары, урта махсус уҡыу йорттары, башланғыс һөнәри белем биреү училищеларының көндөҙгө бүлегендә белем алған студенттар файҙаланырға мөмкин.

Тәүгеләре — белешмә, икенселәре студент билетын күрһәтергә тейеш.

Силәбе өлкәһенән үткәндә ошондай уҡ ташлама бирелә, ә Ырымбур биләмәһендә дисконт 25% тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

 

  https://www.bashinform.ru/news/1633882-v-bashkirii-shkolniki-i-studenty-smogut-ezdit-v-elektrichkakh-za-poltseny-/ 

Автор:
Читайте нас