Яңылыҡтар
23 Август 2021, 04:59

Хәҙер улар ҙа кеҫә телефонынан һөйләшә аласаҡ

.

Хәҙер улар ҙа кеҫә телефонынан һөйләшә аласаҡХәҙер улар ҙа кеҫә телефонынан һөйләшә аласаҡ
Хәҙер улар ҙа кеҫә телефонынан һөйләшә аласаҡ

Республика етәксеһенең Өфөлә кәрәҙле бәйләнеш операторҙарының район үҙәге вәкилдәре менән осрашыуҙа райондың ете ауылында бәләкәй станцияларҙы монтажлау тураһында ҡарар ҡабул иткән ине.


 
Хәҙер улар ҙа кеҫә телефонынан һөйләшә аласаҡ

Хәйбулла районының  Аҡъюл менән Бәләкәй Арыҫланғол ауылдары халҡы хәҙер кеҫә телефонынан һөйләшә аласаҡ,  Уларҙа ҙур булмаған радиуста станциялары тупланған.

Бәләкәй база станциялары «МТС» компанияһы тарафынан монтажланған. Был эштәр  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса күптән түгел  Хәйбулла районына эш сәфәренән һуң башҡарылған. Халыҡ бәйләнеш юҡлығы тураһында һөйләгән, был иһә янғындарҙы ваҡытында бөтөрөү һәм белгестәргә урындағы халыҡ менән аралашыуҙы шаҡтай ҡыйынлаштыра.

Республика етәксеһенең Өфөлә кәрәҙле бәйләнеш операторҙарының район үҙәге вәкилдәре менән осрашыуҙа райондың ете ауылында бәләкәй станцияларҙы монтажлау тураһында ҡарар ҡабул иткән ине.

- Үткән аҙнала республика Башлығы урман янғындары сығыуға бәйле рәүештә, Хәйбулла районының ете ауылында элемтә  мәсьәләһен хәл итеүҙе йөкләне. Мобиль операторҙар менән берлектә аҙ ҡеүәтле база станцияларын урынлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Әлеге осраҡта был  проблеманы хәл итеү өсөн иң шәп вариант. Хәҙер ҡатмарлы һәм ҡот осҡос хәлгә юлыҡҡан кешеләр ашығыс хеҙмәттәр саҡыра аласаҡ, - тип һөйләне Башҡортостан республикаһы Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Автор:Венер Исхаков
 
 
 
Автор:
Читайте нас