Яңылыҡтар
23 Август 2021, 04:45

Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов - донъя чемпиондары

..

Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов - донъя чемпиондарыДинислам Бамматов һәм Евгений Байдусов - донъя чемпиондары
Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов - донъя чемпиондары

Үҫмерҙәрҙең спорт көрәше буйынса донъя беренселеге тамам. Бөгөнгө финал ярыштарында Рәсәй командаһы тағы ике алтын, берәр көмөш һәм бронза миҙал яуланы.

Динислам Бамматов һәм Евгений Байдусов үҙ ауырлыҡ категорияларында дәғүәселәрен еңеп, донъя чемпионы булдылар. Алексей Милешин - көмөш, Муслим Имадаев бронза миҙал алды. Шулай итеп, грек-рим көрәше буйынса турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы бөтәһе 8 миҙал яуланы, уларҙың бишәүһе - алтын.

Бөгөнгө финал ярыштарында тағы Хасрат Джафаров (Әзербайжан), Марсель Стеркенбург (Голландия), Павел Глинчук (Беларуссия)  үҙ ауырлыҡ категорияларында алтын миҙалға лайыҡ булды. 

Командалар араһында Рәсәй - абсолют чемпион. II һәм III урындарҙы Иран менән Әзербайжан бүлеште.

Фото: Александр Орешников.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Автор:
Читайте нас