Яңылыҡтар
23 Август 2021, 04:25

"Бесәйгә" операция яһарға тура киләсәк

-

"Бесәйгә" операция яһарға тура киләсәк"Бесәйгә" операция яһарға тура киләсәк
"Бесәйгә" операция яһарға тура киләсәк

Йәш ветеринарҙар ярышында ҡатнашыусыларға еңел булмаясаҡ. 

Бесәйҙе кәүҙәләндергән медицина тренажеры  Өфөлә уҙасаҡ IX  “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021  милли чемпионатының финалында ҡорамал булараҡ файҙаланыласаҡ. Был тренажер чемпионат өсөн махсус ҡайтартыла.

“Ул медик-ветеринарҙар ысын тормошта тарыған хәлде күрһәтергә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, бесәйҙең эсәгендә ул йотҡан ниндәйҙер сит предмет бар икән ти һ.б.”, - ти “Ветеринария” компетенцияһы буйынса техник эксперт Елена Булатова.

Уның фекеренсә, йәш ветеринарҙар ярышында ҡатнашыусыларға еңел булмаясаҡ. Уларға медицина манипуляциялары эшләү өсөн дөрөҫ хирургик ҡорамал һайлай белергә, “бесәйгә” наркоз бирергә, катетер ҡуйыр өсөн ҡан тамырҙарын табырға кәрәк буласаҡ. Шунан операция урынын әҙерләргә, дөрөҫ ҡырҡырға, “йоҡлатылған йорт хайуаны” организмы эсендә сит предметты табырға, уны алып, урынын тегергә тура киләсәк. Һәм был эштәр өсөн ни бары ярты сәғәт ваҡыт биреләсәк.

“Әлбиттә, был бурыс бик ҡатмарлы, әммә чемпионатта ысын һөнәрмәндәр генә ҡатнаша бит. Мин ҡатнашыусыларҙың был заданиены үтәй алыуҙарына шигем юҡ”, - ти Елена Булатова.

Әйткәндәй, Башҡортостандан “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021  милли чемпионатының “Ветеринария”компетенцияһында Дыуан күп профилле колледж студенты Анастасия Бабкина ҡатнашасаҡ.

Быға тиклем ул шәхси клиникаларҙа хирургия буйынса практика үтә һәм төрлө ситуацияларҙа хайуандарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса тәжрибә ала.

Анастасия Бабкина WorldSkills Russia чемпионатының төбәк этабында “Ветеринария” компетенцияһында еңеүсе тип таныла, аҙаҡ Түбәнге Новгородта уҙғарылған һайлап алыу ярыштарында ла ышаныслы сығыш яһай.

“Анастасия бында ла һынатмаҫ, сөнки ул үҙ көсөнә, белеменә ышана. Барыһы ла яҡшы буласаҡ” – тип ышанысын белдерҙе Елена Булатова.

 

Автор:Римма Султанова.
Автор:
Читайте нас