

Башгидрометеорология үҙәгенең әйләнә-тирә мөхитте күҙәтеү бүлеге белгестәре баш ҡалала һауаның тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хәбәр итеүенсә, Өфөлә азот диоксиды максималь рөхсәт ителгән концентрациянан артыҡ булыуы асыҡланған. Ғөмүмән, йәй дауамында төрлө еҫ сығыуына, тын алыуы ауырлашыуына халыҡ та ваҡыты-ваҡыты менән зарланып торҙо. Һуңғы көндәрҙә былай ҙа, август айына хас булмағанса, йәйге селләнең хаттин ашып китеүе хәлде тағы ла киҫкенләштерә.