Яңылыҡтар
20 Август 2021, 10:44

Башҡортостанда тәүге экологик цех: яҡташыбыҙ пластиктан һәм ҡомдан йыһаз яһарға өйрәнгән

-

Башҡортостанда тәүге экологик цех: яҡташыбыҙ пластиктан һәм ҡомдан йыһаз яһарға өйрәнгәнБашҡортостанда тәүге экологик цех: яҡташыбыҙ пластиктан һәм ҡомдан йыһаз яһарға өйрәнгән
Башҡортостанда тәүге экологик цех: яҡташыбыҙ пластиктан һәм ҡомдан йыһаз яһарға өйрәнгән

Ваҡланған ҡапҡастарҙы һәм йәшниктәрҙе, балалар уйынсыҡтарын, торбаларҙы һәм башҡа пластикты бында эскәмйәгә һәм ҡоймаға әүерелдерәләр. Әммә бер өйөм иҫке уйынсыҡтарҙан, мәҫәлән, урна яһау еңелдән түгел. Тәүҙә ошо кәрәкмәгән пластик өйөмөн табырға кәрәк. Әгәр ҡалдыҡтарҙың бер өлөшө цехҡа бушлай килһә, икенсеһе һатып алына.

 «Кешеләрҙең үҙҙәренән һуң бик күп сүп-сар ҡалдырып китеүен күрҙек. Йылғала яныбыҙҙа ғына пластик шешәләр йөҙөп йөрөй ине. Шул саҡта бының менән ни ҙә булһа эшләргә кәрәк тигән уй килде. Башҡортостанға ошондай предприятие кәрәк тигән ҡарар ҡабул иттек. Өҫтәүенә бөтәһе лә сүп-сар реформаһы хаҡында һөйләй, ә аныҡ һөҙөмтә күренмәй. Уларҙы сорттарға айыралар, тапшыралар, ә артабан нимә була - бер кем дә белмәй», - ти Вадим Нуркаев.

Бер эскәмйәгә 42 килограмм пластик кәрәк. Уға йылға ҡомо ҡушып бутайҙар, 160 градуста иретәләр, шунан пресс-формаға һалалар һәм 12 сәғәт буйына һыуыталар.

Пластиктан эшләнгән эскәмйәнең ауырлығы 150 килограмм буласаҡ. Шуға күрә уны ихатаға индереп ултыртыу өсөн күп көс талап ителәсәк.

Сығанаҡ:Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас