

43 йәшлек Онар Валикаев Ҡалтасы районы Калегин ауылында йәшәй, төрлө сортлы ҙур-ҙур ҡарбуздар үҫтерә.
Ботаника менән 2007 йылда мауыға башлаған. Уңышының төп үҙенсәлеге шунда: үҫемлектәргә химикаттар һәм яһалма ашламалар ҡулланмай. Органик ашламаны үҙе эшләй.
Үҙенең ҙур һәм тәмле ҡарбуздарын Онар урындағы халыҡҡа һата. Уның һүҙҙәренсә, ҡаланан килеп, 15-20 килограмм ҡарбуз һатып алалар.
Онар - икенсе төркөм инвалиды, шул уҡ ваҡытта ул спорт менән шөғөлләнә, даими йүгерә, хатта марафондарҙа ҡатнаша, мәҫәлән, яҙ көнө Нефтекамала ойошторолған марафонда 10 саҡрымға йүгереп, өсөнсө урынды алған.
Афарин, Онар!
Сығанаҡ: Мксет.ру
Башкортостаным/яңылыҡтар