

Башҡортостандан һөт ризыҡтары Африкаға оҙатыла башлай.
«Мәләүез һөт-консерва комбинаты» үҙенең продукцияһын Нигерияға оҙатырға ниәтләй.
«Цербер» системаһы аша предприятиеның Нигерияның ветеринар-санитар талаптарына тура килеүен билдәләү өсөн электрон ғариза бирелгән.
«Майһыҙландырып киптерелгән һөттө, майлылығы 26 процентҡа еткереп киптерелгән һөттө, майлылығы 42 процент булған киптерелгән һөт өҫтөн, 72,5 һәм 82,5 процентлы аҡ майҙы экспортҡа сығарыу күҙаллана. Урындағы предприятиеларҙа һөттө эсер кимәлгә еткереп тергеҙәләр, шулай уҡ кондитер һәм ит ризыҡтары етештергәндә файҙаланалар», — тине предприятиеның сифат буйынса директоры Лариса Анчина.
«Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, предприятиела Африка иленә әҙер һөт продукцияһын оҙатыу өсөн талап ителгән барлыҡ ветеринар-санитар шарттар үтәлә», — тип хәбәр иттеләр Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.