Яңылыҡтар
19 Августа 2021, 08:32

Сит баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатындың балаһының яҙмышы билдәле булды

-

Сит баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатындың балаһының яҙмышы билдәле булдыСит баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатындың балаһының яҙмышы билдәле булды
Сит баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатындың балаһының яҙмышы билдәле булды

Сит баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән ҡатындың балаһының яҙмышы билдәле булды. Яңы тыуған ҡыҙыҡай Миәкә районында йәшәгән атаһының ғаиләһендә ҡала.

«Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се бала табыу йортонда ятҡан А.-ның ғаиләһе профилактика системаһы органдарында иҫәптә тормаған. Матди һәм башҡа ярҙамдан баш тартҡан. Сабыйҙың законлы вәкиле ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителмәгән һәм сикләнмәгән, яңы тыуған баланы сығарыу тураһында мәсьәлә шәхси тәртиптә хәл ителгән. Опека органынан ярҙам талап ителмәй», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Миәкә районы хакимиәтенән.

 

Муниципалитет вәкиле һүҙҙәренсә, опека органдары хәлде контролдә тота һәм кәрәк булған осраҡта ғаиләгә һәр яҡлап булышлыҡ итергә әҙер.

Бынан алда Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова әлеге ваҡытта психологтарҙың балаһын юғалтҡан ғаилә менән эшләүен хәбәр иткәйне.

 

https://www.bashinform.ru/news/1631579-stala-izvestna-sudba-rebenka-zhenshchiny-obvinyaemoy-v-ubiystve-chuzhogo-mladentsa-/

Автор:
Читайте нас