

Һуңғы ваҡытта Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Күптән түгел унда тәүлегенә 400 ПЦР-тест эшләй алған яңы лаборатория хеҙмәтләндерә башланы. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһе аша хәбәр итте.
"Бик ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашҡым килә. Сибайҙа ПЦР-лаборатория эш башланы. Барыбыҙ ҙа аңлайҙыр: COVID-19 ауырыуына ҡаршы көрәштәге уңыштарыбыҙ күп яҡлап шундай технологияларға бәйле, – тигән ул. – Пандемия башланғандан бирле Сибай табиптары 30 меңләп ПЦР-анализ алған, тик уларҙың һөҙөмтәләрен Белорет лабораторияһына ебәреп кенә белә торғайнылар. Юлға ғына күпме ваҡыт әрәм була! Хәҙер инде үҙебеҙҙең ҡорамал бар, ул тәүлегенә 400 тест үткәрә ала. Лабораторияла табиптар, биологтар, медицина техниктары – ысын профессионалдар – эшләй. Тест һөҙөмтәһен 24 сәғәт эсендә алырға мөмкин".
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, бындай лаборатория асылыуы ҡала ғына түгел, күрше Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡы өсөн дә ныҡ уңайлы.
Фото: Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы сайтынан.
Автор:Карима Усманова.