Яңылыҡтар
18 Август 2021, 04:43

“ Йәш профессионалдар” чемпионаты башлана

Чемпионатты асыу һәм ябыу церемонияһы “Торатау” конгресс-холында 25 һәм 29 августа ойошторола. ..

“ Йәш профессионалдар” чемпионаты башлана“ Йәш профессионалдар” чемпионаты башлана
“ Йәш профессионалдар” чемпионаты башлана

Чемпионатты асыу һәм ябыу церемонияһы “Торатау” конгресс-холында 25 һәм 29 августа ойошторола.

 
“ Йәш профессионалдар” чемпионаты башлана

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә IX “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын (WorldSkills Russia) үткәреүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте. Кәңәшмәне Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева асты һәм профессиональ оҫталыҡ буйынса сараның Рәсәйҙә иң күләмле буласағын билдәләне. Чемпионаттар йыл да “Мәғариф” милли проектына ингән “Йәш профессионалдар”федераль проектына ярашлы үткәрелә. Быйылғыһы Өфөлә 25-29 августа үтәсәк.

– Быйыл ярыштар  ете өлөшкә бүленгән, 105 компетенция буйынса уҙғарыла: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәт күрһәтеү, транспорт һәм логистика, мәғариф,- тип белдерҙе ул.

Кәңәшмә барышында халыҡ-ара сараны әҙерләү һәм үткәреү буйынса, шул иҫәптән, йәмәғәтселек тәртибен һаҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күҙәтеү, чемпионатта ҡатнашыусыларҙың йәшәүен һәм туҡланыуын ойоштороу мәсьәләләре  ҡаралды. Ярыштарҙың төп майҙаны Рубеж урамында урынлашҡан Йәш профессионалдар паркында үтәсәк, бынан тыш, тағы өҫтәмә алты майҙан ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк. Илдең төрлө төбәктәренән 3 200 уҡыусы һәм студент, уларҙы оҙатып йөрөүсе эксперттар йыйыласаҡ.

Чемпионатты асыу һәм ябыу церемонияһы “Торатау” конгресс-холында 25 һәм 29 августа ойошторола. Тантаналы сара фейерверктар менән тамамланасаҡ, ә уны асыу көнөндә дрондар шоуы мауыҡтырғыс буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, дөйөм һәм урта белем алыу кимәлендә яңы белем технологияларын индереү, уҡыусыларҙың белем процесына һәм һөнәр алыуға мотивацияһын күтәреү, ”Технология” өлкәһендә уҡытыу ысулдарын камиллаштырыу, профессиональ йүнәлеш биреү мөһим. 2024 йылға заманса һәм хәүефһеҙ белем алыу мөхитен булдырыу бурысы ҡуйылған. Граждандарға профессиональ һәм карьера үҫеше өсөн мөмкинлектәр биргән профессиональ конкурстар системаһын булдырыу ҡаралған.   

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/137383

Автор:
Читайте нас