

Бөгөн, 18 августа, Өфө районындағы М-5 автомобиль юлында ашығыс ярҙам машинаһы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, ашығыс ярҙам водителе тәгәрмәсен алмаштырырға туҡтаған КамАЗ йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Аварияла водитель һәм уның пассажиры, фельдшер, ашығыс ярҙам килеп еткәнсе вафат булған.
Тикшереү башланған.