

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика биләмәһендә дауам иткән урман янғындары буйынса көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 августа Бөрйән, Белорет, Хәйбулла, Учалы райондарында биш тәбиғәт янғыны теркәлгән. Ут 50,7 гектар ерҙе ялмап алған.
17 август иртәһенә Хәйбулла, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарында дөйөм 1,5 гектар майҙанда туғыҙ янғын һүндерелмәгән.
1198,8 гектар майҙандағы өс янғындың таралыуына юл ҡуйылмаған.
Тораҡ пункттарға хәүеф янамай. Оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола.