Яңылыҡтар
16 Август 2021, 10:52

Яңы уҡыу йылын ҡаршылап

Ҙур сара биш көн дауамында барҙы.

Яңы уҡыу йылын ҡаршылапЯңы уҡыу йылын ҡаршылап
Яңы уҡыу йылын ҡаршылап

Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе бара. Биш көнгә иҫәпләнгән ҙур кәңәшмә дүшәмбе, 8 августа, баш ҡалалағы 159-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә асыла. Шулай уҡ көндә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы 45-се мәктәптә, 39-сы һәм 3-сө гимназияларында ҡаршы алалар. Ошо дөйөм белем биреү учреждениеларының һәр береһендә кәңәшмә билдәле бер тема буйынса үтте.

Тикшереләсәк мәсьәләләрҙең диапазоны киң ине: «Хәҙерге заман уҡытыусыһының һөнәри үҫеш системаһы» темаһы буйынса фекер алышыу майҙансығы, мәктәптең электрон белем биреү мөхитен булдырыу, физика-математика фәндәрен уҡытыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндөң темаһы дөйөм белем биреүгә арналған.

Шишәмбе, 9 августа, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар инклюзив, 10-да өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләште. 11 августа былтырғы уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса мәғариф идаралығы етәкселәре менән эшлекле кәңәшмә үткәрелде. Эш республика етәкселеге, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары директорҙары, хакимиәт башлыҡтары, уларҙың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, профсоюз ойошмалары рәйестәре, ҡала һәм райондарҙың халыҡ мәғарифы бүлеге етәкселәре ҡатнашлығындағы пленар ултырыш менән тамамланды.  Сараның йомғаҡлау өлөшө, бөгөн, 12 августа, Конгресс-холда көндөҙгө сәғәт икелә  башланды.  

 
 
Яңы уҡыу йылын ҡаршылап
Автор:Разинә Зайнетдинова
Автор:
Читайте нас