Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Һуғыш балалары”н социаль ҡурсалау тураһында айырым “Башҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында” законы ҡабул ителде.
Республика Башлығы август – сентярбь айҙарында “Һуғыш балала”рына бер тапҡыр бирелә торған 1 мең һум аҡса түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә рәсми сығанаҡтар.
“Һуғыш балалары” категорияһына 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған оло быуын вәкилдәре инә.
Башҡортостанда бөгөнгө көндә 189 мең “Һуғыш балалары” иҫәпкә алынған.