

Үҙем ҡалала йәшәһәм дә, йыш ҡына ауылға ҡайтып йөрөйөм. Шул ҡайтыуҙарымдың береһендә ҡот осҡос хәбәр ишеттем. Йәйҙең матур көнөндә беҙҙең күрше Рәзил ағай аҫылынып үлгән икән. Ошондай төр хәбәрҙе ишеткән һайын йөрәк тетрәнеп, әрнеп китә. Ике ҡыҙ, бер егет үҫтергән күрше ағай был доньяға инде һис бер ҡасан да кире ҡайта алмаясаҡ. Оло йәшкә еткән ата-әсәһенә ярҙам итә алмаясаҡ. Ҡыҙҙарының кейәүгә сыҡҡанын, малайының кәләш алғанын, ейәндәрен күрмәйәсәк. Аллаһ был яҡты донъяға уны хужа итеп ҡуйыуға ҡарамаҫтан, ул уны ташлап китеп ҡайҙа юл алған? Ауылдағы иртәнге үләндәрҙәге тап-таҙа ысыҡ тамсыларын, нурлы ҡояшты, йәшел ағастарҙы, сәскәгә күмелгән яландарҙы нимәгә алыштырған? Нимәгә алыштырған? Ҡараңғы, ҡыҫыҡ ҡәбергә, яңғыҙлыҡҡа, мәңгелек утҡа, ғазапҡа, туғандарының күҙ йәштәренә, балаларының йәтимлегенә, ҡатынының толлығына… Ул көндө туғандарҙың, атай-әсәйҙең хәлен белешеп, икенсе көнөнә, сәфәр намаҙын уҡып, ҡабат Өфөгә юл тоттом. Һәм бер ай үткәс тағы ла ауылға ҡайттым.
Кисен мәсеткә, динде өйрәнергә тип, унлап уҡыусы бала килгән ине. Уларҙы уҡытып ултырған саҡта тышта бер иҫерек кешенең тауышы ишетелде. Әллә ниндәй һүҙҙәр ҡысҡыра-ҡысҡыра мәсеттең ҡапҡаһы эргәһендә баҫып тора ул. Был хәлгә аптырап, тышҡа сыҡһам, минең алда Рәзил ағайҙың улы Данияр тора ине. Уның менән һөйләшәйем тиһәм, ул эскән башы менән тик бер төрлө хәбәр ҡысҡырып тик тора:
– Ышанмайым, ышанмайым, мин һеҙгә ышанмайым! Һеҙҙең муллағыҙ минең атайҙы күмергә лә килмәне. Ниңә ул килмәне? Ниңә?! Мин дә аҫылынам. Мин дә аҫылынасаҡмын…
Әммә иҫерек кешегә берәй нәмә аңлатып буламы инде? Ул бер нәмә лә ишетергә лә теләмәй. Мәсеттәге егеттәр сығып, уны өйөнә алып ҡайтып ҡуйҙылар. Балалар менән дәресте дауам иттек: эскелек мәсьәләһен, Данияр менән булған бөгөнгө хәлде тикшереп, хәҙистәрҙе ҡараштырып, таралыштыҡ.
Ауылда шул булғанымда Данияр, уның атаһы тураһында бик күп уйлап йөрөнөм. Әммә, ауылда бесән эштәре башланғанғамы, «нисек инде мин уға тота килеп барайым», тип баҙнатһыҙланып, Даниярҙы барып күрмәйенсә, уның менән айныҡ сағында һөйләшмәйенсә, тағы ла ҡалаға сығып китергә тура килде.
Бер-нисә ай үткәс, ауылға ҡайтҡанымда, мәсеткә йөрөгән егеттәр Даниярҙың атаһы һымаҡ аҫылынып үлеүен әйттеләр…
Шул ваҡыттан бирле күңелдә бер борсоу, күп һорауҙар йәшәй. Ниңә мин Даниярға шул саҡта барманым? Уның менән айыҡ сағында һөйләшмәнем? Данияр менән Рәзил ағайҙар ҡәберҙә хәҙер ниндәй ғазап кисерә? Теге донъяла Аллаһҡа нимә тип яуап бирерҙәр? Уларҙы бит бер-бер артлы тамуҡ утына ташлаясаҡтар... Беҙ, ислам динендә булған кешеләр, уларға ваҡытында аңлатмағаныбыҙ өсөн Аллаһ алдында нисек яуап тоторбоҙ икән? Үҙебеҙ намаҙ уҡыныҡ та, ураҙа тоттоҡ та, йәннәт баҡсаларына инеп ултырырбыҙ, тип уйлайбыҙмы? Ә шул ваҡытта беҙҙең туғандарыбыҙ, күршеләребеҙ упҡынға тәгәрәй. Йәштәр, күңел асып, дискотекаларҙа бейеп-йырлап, эсеп, аҙаҡ аҫылыналар йә атылалар. Ҡатындар, күҙ йәштәрен түгә-түгә, балаларын иҫерек ирҙәренән һаҡлап-ҡурсалап торорға тырыша. Һәм күп кешеләр өсөн һыра, араҡы ябай бер аҙыҡҡа әйләнгән…
Ата-бабаларыбыҙ тарихына күҙ һалһаҡ, улар үҙ-үҙен үлтереүселәрҙе зыяратҡа күммәгән. Уларҙы зыяраттан ситкәрәк, йыназа намаҙын уҡымай ғына күмгәндәр. Ислам шулай ҡуша. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғалайһи үә сәлләм) әйткән: «Кем дә кем бейек ҡаянан һикереп төшөп үлһә, ул кеше йәһәннәмдең утында ла шундай ҡаянан ташланасаҡ, аҙаҡ тағы ла ташланасаҡ, һәм был хәл мәңге ҡабатланасаҡ. Кем дә кем үҙен ағыу эсеп үлтерә икән, ул мәңге йәһәннәм утында ағыу эсәсәк. Кем дә кем иһә үҙен сәнсеп үлтерә, ул йәһәннәм утында мәңге үҙ-үҙен сәнскеләйәсәк» (Был хәҙис Бохари, Мөслим, Тирмизи һәм башҡа хәҙис йыйынтыҡтарында килтерелгән). Тимәк, аҫылынып үлгән кеше йәһәннәм утында ла мәңге аҫылынып торасаҡ.
Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһү ғалайһи үә сәлләм) тағы ла әйткән: «Аллаһы Тағәлә кешегә ул күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡ бирмәй», - тип. Шулай булғас, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә берәй ауырлыҡ бирә икән, тимәк, уны еңеп сығырға көс тә бирә.
Аллаһҡа ғына ышанығыҙ, Аллаһтан ғына һорағыҙ, түҙегеҙ, эсмәгеҙ, аҫылынмағыҙ. Был доньяны Аллаһ кеше өсөн яралтҡан. Кешене ошо ергә хужа итеп ебәргән. Кешенең һуңғы һулышы ниндәй булһа, Аллаһ алдына ла шулай килеп баҫыр. Кем һуңғы һулышында Аллаһтың ризалығын ала алмай, тимәк, теге доньяла ла Аллаһтың ризалығына өмөт итмәһен.
Йә Аллаһ! Беҙҙең һәр беребеҙҙең һуңғы һулышын гүзәл ҡыл Һин. Был донъялағы һуңғы һулышыбыҙ теге донъялағы мәңгелеҡ бәхеттең беренсе һулышы булһа ине. Амин.