

Кишер япрағында файҙалы матдәләр кишерҙең үҙенә ҡарағанда ла 500 мәртәбә күберәк, ти ғалимдар. Матурлыҡ сығанағы булған А, иммунитетты нығытусы С витаминына бай. Уның составындағы кальций һөйәктәрҙе нығыта, калий һәм К витамины ҡан баҫымын яйға һала, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Кишер япрағын кистән сәй кеүек бешереп ҡуйып, икенсе көндө эсергә мөмкин. Бер айлап эсһәң, бауыр, йөрәк ауырыуҙарынан һауығырға ярҙам итә. Уны ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйыу ҙа яҡшы.
Кишер үҙе А, D, В группаһы витаминдарына бай. Унда кальций, селен, цинк, магний, фосфор ҙа бар. Организмға кәрәкле каротин тигән матдә бешергәндә лә файҙалы үзенсәлектәрен юғалтмай. Иммунитетты нығыта. Аппетитты аса, бит тиреһенең төҫөн матурлата.
Әмма иҫкәрмәләр ҙә бар. Ауырлы ҡатын-ҡыҙға, гастрит кеүек ашкаҙан ауырыуҙарынан, аллергиянан интеккән кешеләргә кишерҙе һаҡлыҡ менән генә ашарға кәңәш ителә.