Яңылыҡтар
16 Август 2021, 06:48

Өфөлә 14 йәшлек Диана Чудованы эҙләйҙәр

-

Өфөлә 14 йәшлек Диана Чудованы эҙләйҙәрӨфөлә 14 йәшлек Диана Чудованы эҙләйҙәр
Өфөлә 14 йәшлек Диана Чудованы эҙләйҙәр

Ҡыҙ 14 августа өйөнән сығып киткән дә юғалған. Әсәһе әйтеүенсә, был көндө Диана үҙен тыныс тотҡан, өйҙә бер ниндәй ҙә ыҙғыш булмаған.

«Ғәҙәти көн. Ул мине эштән ҡаршы алды, магазинға индек, ҡайтҡас сәй эстек, шунан ул урамға йөрөргә сығып китте», –тип һөйләне ҡатын.

Һуңынан асыҡланыуынса, был көндө Диана дуҫтары менән түгел, ә яңы танышы менән осрашҡан, ошо кешенең шәхесе һаманғаса билдәһеҙ.

 «Ул дуҫтары менән йөрөргә сыҡмаған. Ә интернетта кем менәндер танышҡан. Был кисә асыҡланды. Уның телефоны һүнгән, үҙе менән документтары һәм карталары юҡ. Ул бер ҡасан да өйҙән ҡасмай торғайны. Бындай хәл тәүге тапҡыр. Бер тапҡыр һорамайынса класташ ҡыҙында ҡунырға ҡалғайны, шуның менән бөттө», – тине ҡыҙҙың әсәһе.

❗ Яҡындары ҡыҙҙың Черниковкала йәки Инорста булыуы ихтимал тип уйлай, шуға баш ҡалала йәшәүселәргә юғалған баланы эҙләүҙә ярҙам итеүҙәрен үтенә.

Билдәләре: буйы 160 сантиметр, һорғолт күҙле, ҡаҡса кәүҙәле.

Ҡәнәфергә оҡшаш биҙәк төшөрөлгән ҡара футболка, ҡара носки, күк джинсы, аҡ табанлы ҡара кроссовка кейгән.

Әгәр һеҙгә Диананың ҡайҙа икәнлеге билдәле булһа, 8 800 700 54 52 номеры буйынса ирекмәндәргә хәбәр итегеҙ.

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас