Яңылыҡтар
16 Август 2021, 07:06

Өфө блогеры Эльбрус тауының көнсығыш түбәһен яуланы

-

Өфө блогеры Эльбрус тауының көнсығыш түбәһен яуланыӨфө блогеры Эльбрус тауының көнсығыш түбәһен яуланы
Өфө блогеры Эльбрус тауының көнсығыш түбәһен яуланы

Өфө блогеры, Омскиҙа казарма емерелгәндә ике аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиев икенсе тапҡыр тапҡыр Эльбрус тауына күтәрелде. Был юлы ул 5 621 метр бейеклекте яуланы. Яҡташыбыҙ өлкән ҡыҙы Софияға биргән вәғәҙәһен дә үтәне — тауға уның уйынсығын алып менде.

«Ҡулдарымда 11 сәғәт буйы тиерлек күтәрелдем, ете көн йыуынманым. Хәҙер мин — ҡулдарында Эльбрустың ике түбәһенә лә менеп еткән донъяла берҙән-бер кеше!» — тине Нәбиев.

Бынан алда «Башинформ» блогер Рөстәм Нәбиевтың 2020 йылдың сентябрендә тәүге тапҡыр Рәсәйҙең иң бейек тауын яулауы тураһында хәбәр иткәйне.

 

https://www.bashinform.ru/news/1629884-ufimskiy-bloger-na-rukakh-pokoril-vostochnuyu-vershinu-gory-elbrus/

Автор:
Читайте нас