Яңылыҡтар
16 Август 2021, 09:12

Башҡортостанда 2009 студент республика вуздарына уҡырға ингән

-

Башҡортостанда 2009 студент республика вуздарына уҡырға ингәнБашҡортостанда 2009 студент республика вуздарына уҡырға ингән
Башҡортостанда 2009 студент республика вуздарына уҡырға ингән

13 авгусҡа мәғлүмәттәр буйынса, 2009 студент Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

49 абитуриент һынауһыҙ ҡабул ителгән, 1666 студент — маҡсатлы уҡыуға, 295-е махсус квота сиктәрендә алынған.

Республика вуздарына бөтәһе 145 688 ғариза бирелгән, был уҙған йылға ҡарағанда 16% күберәк.

Юғары уҡыу йорттарындағы популяр йүнәлештәр: дауалау эше, педиатрия, нефть-газ эше, ғәмәли информатика, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, педагогик белем, химия технологиялары һәм төҙөлөш.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан вуздарында яңы уҡыу йылына 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән.

 

https://www.bashinform.ru/news/1630063-v-bashkirii-2009-studentov-zachisleny-v-vuzy-respubliki-/

Автор:
Читайте нас