Яңылыҡтар
12 Августа 2021, 11:22

Түлһеҙ ҡатын коронавирус менән ауырығандан һуң балаға уҙған

-

Түлһеҙ ҡатын коронавирус менән ауырығандан һуң балаға уҙғанТүлһеҙ ҡатын коронавирус менән ауырығандан һуң балаға уҙған
Түлһеҙ ҡатын коронавирус менән ауырығандан һуң балаға уҙған

Был мөғжизәле хәл тураһында Өфө вирусологы Марсель Тойғонов "КП-Уфа" гәзитенә һөйләгән. 40 йәшлек ҡатын балаға уҙа алмай ыҙалаған. Әсә булырға хыялланған ҡатын-ҡыҙ хатта ЭКО аша ла үткән, тик барыбер хыялы тормошҡа ашмаған. Аҙаҡ ул коронавирус менән ауырып китә. Ауырыу еңел формала үтә. Тик бына һауыҡҡас ул үҙен насарыраҡ тоя башлай һәм табиптарға мөрәжәғәт итә. Ул ауырлы булып сыға! Вирусолог был хәлде ошолай аңлата: коронавирус эләктергәс, кешенең  күҙәнәктәктәре, "бар көстәрен туплап", вирусҡа ҡаршы көрәшә башлай һәм бер ыңғайға башҡа ауырыуҙарға ла ҡаршы көрәшә, ә түлһеҙлек тап иммунологик ауырыу. 

 

Автор:Загида Мусина.
Фото:yar.mk.ru
Автор:
Читайте нас