Яңылыҡтар
12 Август 2021, 11:16

Бала күҙһеҙ ҡалды...

-

Бала күҙһеҙ ҡалды...Бала күҙһеҙ ҡалды...
Бала күҙһеҙ ҡалды...

Башҡортостандан  Заинск ҡалаһына туғандарына ҡунаҡҡа килгән ғаилә фажиғәгә тарыған. Ата-әсә үҙе менән алты йәшлек улдарын алған булған. Кистәрҙең береһендә өлкәндәр ҡунаҡ булғандан һуң, травматик пистолеттан алкоголдән бушаған банкаларға  атырға сыға.

Mash Iptash телеграм-канал мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бала ирҙәргә эйәрә. Ағаларының береһе, ҡоралды тикшереп тормай, малайға тоттора. Сабый һауаға атам тип, яңғылыш күҙенә тейҙерә. Әйтеүҙәренсә, малайҙы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына килтергәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар күҙҙе һаҡлай алмаған. Хәҙер улар икенсе операция яһарға әҙерләнә.  Ҡорал-уйынсыҡ түгел, балалар ҡулында уның хәүеф кенә тыуҙырыуы ихтимал.

Фото:Fg24.ru

Автор:Дина Арсланова.

Автор:
Читайте нас