

Республика ирекмәнлек үҙәге базаһында төҙөлгән волонтерҙар төркөмө лә Хәйбулла районында сыҡҡан урман янғындарын туҡтатыуҙа ҡатнаша. Улар Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылды.
Илшат Бикҡолов, Республика ирекмәнлек үҙәге етәксеһе:
–Ике көн элек автобус менән Өфөнән килдек. Ирекмәндәрҙе йыйып, ойоштороу эше беҙҙең өҫтә. Ҡайҙа урман яна, шул райондарға юл тотабыҙ. Бөгөн тағы ла автобус менән 60-ҡа яҡын ирекмән килә. Шуға күрә, яҡын арала Хәйбуллала булған янғын бөтөр тигән өмөттәмен. Ирекмәндәр һәр ваҡыт ярҙамға әҙербеҙ, күп кенә эштәр уларһыҙ башҡарылмай. Ауыл халҡы ҙур ярҙам күрһәтә. Был ҙур өмә тип тә әйтергә мөмкин. Барыһы ла бер-береһенә ярҙам итергә тырыша.
Ирекмәндәр бушлай ярҙам күрһәтә. Был Рәсәй бренды тип әйтһәң дә була. Республиканан тыш, Сорғот, Мәскәү ҡалаларынан һәм башҡа яҡтарҙан да теләүселәр бар, улар ял көндәрендә килеп ярҙам итергә әҙерҙәр. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, сайтта беҙҙең үҙәк тураһында бөтә мәғлүмәттәр бар. Унда һәр теләгән кеше контакттарын ҡалдырып, яҙыла ала, ә беҙ бригадалар туплап, ҡайҙа ярҙам кәрәк, шунда автобустар, машиналар менән ебәрәсәкбеҙ. Күптәр янғын урынына үҙҙәре тура бара, кемгә мөрәжәғәт итергә икәнлеген әйтеп кенә ебәрәбеҙ. Һәр районда ирекмәндәр штабы бар, уларҙың етәксеһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Халыҡты алдаусылар ҙа осрай, имеш улар аҡса йыя. Кешеләр алданмаһын, ысын мәғлүмәттәрҙе шул штабҡа мөрәжәғәт итеп алһындар. Тимәк, кеше ярҙам итергә әҙер, ауыр саҡта бер-береһен ҡалдырмайҙар.