

Ауыл ерендә кем нисек булдыра, шулай көн күрә. Кемдер һөт тапшырып, ғаилә бюджетын тулыландыра, бәғзеләре иһә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, итен һатып, аҡсаға әйләндерә. Ауылда эшһеҙлек сәскә ата тиһәләр ҙә, тәүәккәлдәр, уңғандар бына тигән донъя көтә.
Таштуғай ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барыусылар бар. Мәҫәлән, Миләүшә Зөлҡәрнәева – нәҡ шундайҙарҙан. Уңған ҡатын фермер хужалығын 2010 йылда асып, нигеҙҙә, ул малсылыҡ тармағында үҫешә.
–Электән крәҫтиән-фермер хужалығын асыу теләге булды. Тәү башта йөрәк етеңкерәмәй генә йөрөнөм. 2010 йылда тәүәкәлләнем. Иң беренсе эште 7-8 баш малдан башлап ебәрҙек. Ошо уҡ йылда ауылдағы “Таштуғай” ЯСЙ-һына бухгалтер булып эшкә төшөп, әлеге мәлдә лә шунда эшләйем. Ул йылдарға тиклем өйҙә хужабикә булдым. Тормош иптәшем менән алты бала тәрбиәләп үҫтерҙек, – тип һүҙ башланы мәҡәлә геройым.
Элек Миләүшә Зәйнулла ҡыҙы ауылдаштарынан һөт йыйып, Ырымбур өлкәһенең Ирекле ҡасабаһына алып барып тапшыра ине. Һәм барлығы өс ауылды хеҙмәтләндерҙе. Ул ваҡытта хужалыҡта егерменән ашыу мал аҫралһа, бөгөнгө көндә 80 баш мал, шуларҙың 30-ы һауын һыйыр. Бөгөнгө көндә Зөлкәрнәевтар һөттө Яманһаҙ ауылына тапшыра, унан Мәләүез ҡалаһына оҙатыла.
–Ауыл хужалығы беҙгә ят өлкә түгел, сөнки үҙем дә һөнәрем буйынса зоотехник. Иптәшем мал көтә, уларҙы ҡарай, улым бесән әҙерләй. 2018 йылда дәүләт гранты алыуға өлгәштек. Был ярҙамға беҙ МТЗ-82 тракторы, тағы ла өҫтәп мал һатып алдыҡ. Бөгөнгө көндә тапшырырға үҙебеҙҙең һөт продукцияһы етә, ауылдар буйлап йыймайым. Һаулығымды ла ҡайғыртырға кәрәк. Бер-ике кешенән генә алып, үҙемдекенә ҡушып тапшырам. Өс көн йыйғандан һуң, дүртенсе көнөнә килеп алалар, сөнки һыуытҡыс 3 көнгә тәғәйенләнгән.
Бөгөн хужалыҡтан көнөнә 150-200 литр һөт һауып алып, әҙер продукцияны Мәләүез заводына тапшыра. Килешеү буйынса ҡуйылығы 3,4% булһа, 1 литрын 19 һумдан алалар. Ҡуйы булған һайын, хаҡ арта бара. Кешенән алынған һөт төрлөсә була, шыйыҡ булһа, әлбиттә, уның сифаты ла, хаҡы ла төшә.
Шөкөр, ғаилә менән бергәләшеп эшләйбеҙ, уларһыҙ мин булдыра алмаҫ инем. Уттай эш ваҡытында ваҡытлыса эшселәр кәрәк, әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙы табыуы ҡыйын.
Һәр кем үҙенең күңеленә яҡын булған эш башлап, ауылда гөрләтеп йәшәй ала. Йүнселдәр, тырыштар заманы хәҙер. Иң мөһиме – хөкүмәт ярҙамынан ташламаһын. Сөнки фермерҙың эше еңелдән түгел, ҡоролоҡ та бәкәлгә һуға, – ти Миләүшә Зәйнулла ҡыҙы.
Фермер киләсәктә игенселек менән дә шөғөлләнергә, малды ишәйтергә тигән теләк менән янып йәшәй.
–Шәхси хужалыҡты үҫтереү, үҙ эшеңде асыу өсөн мөмкинлектәр етерлек, тик ялҡауланмаҫҡа, һуңыраҡ ятып, иртәрәк торорға, бер-береңә ярҙамлашып донъя көтөргә, бар көсөңдө һалып эшләргә генә кәрәк. Теләк булһа, дәрт итһәң, үҙ-ара аңлашып йәшәһәң, донъяң да, эшең дә алға бара, һиңә уңыш йылмая, – ти Миләүшә Зәйнулла ҡыҙы.
Бына шулай, заманса фекер йөрөткән, киләсәккә ҡарап эш итә белгән фермер йәшәй Таштуғай ауылында. Уй-пландарын тормошҡа ашырырға уның теләге лә, дәрт-дарманы ла етерлек. Эйе, ер эше, мал бағыу ялҡаулыҡты үҙһенмәй. Бындай эштәрҙе тик егәрлеләр, булдыҡлылар ғына атҡарып сыға ала, минеңсә.
Гүзәл Бохарбаева.