

Баҡал ауылында йәшәүсе Әлимә Рамаҙанованың ишек алдына инеүем булды, матур баҡса иғтибарымды йәлеп итте. Бөтә ихата гөл-сәскәгә күмелгән. Унда төрлө емеш-еләк, йәшелсә, күҙҙең яуын алып торорлоҡ бихисап сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Уңғандар күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай. Үкенескә күрә, 10 йыл элек Әлимә апайҙың тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күскән. Әлеге ваҡытта ул ике улы, таяныстары менән донъя көтә. Аҡъяр ауылында йәшәүсе ҡыҙы кейәүе һәм балалары менән аҙна һайын килеп, хәл белеп тора.
–2009 йылда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайымдың ике ейәне социаль приютҡа эләкте. Малайҙарҙы икенсе ғаиләгә опекаға биреү тәҡдиме сығарылғас, оҙаҡ уйлап тормай, уларҙы үҙ ҡанатым аҫтына алдым. Кешенеке түгелдәр улар, үҙемдекеләр. Ул саҡта Илнурыма биш, Нурға ете генә йәш ине, – тип һүҙ башланы Әлимә Тимербулат ҡыҙы.
Мәҡәлә геройым ауылда мәктәпте бөтөп, ғүмер буйы “Таналыҡ” совхозында һауынсы булып эшләгән. Бихисап Почет грамоталары һәм "Хеҙмәт ветераны" исеме тырыш хеҙмәтенә баһа булып тора.
Әлимә Тимербулат ҡыҙы кейәүгә сығып, ике балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙы Илүзә кейәүе Азат менән өс бала тәрбиәләп, район үҙәгендә йәшәй. Улы Илфат Норильск ҡалаһында шахтала, ә килене Лиана уҡытыусы булып эшләй. Һәр йәй ялға ҡайтып, туғандарын, яҡындарын ҡыуандырып торалар. Ә малайҙарҙың яңы ғаиләлә йәшәү башлауҙарына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Әле улар буй еткереп, ситтә уҡып йөрөйҙәр.
–Улдарым, Аллаға шөкөр, аҡыллылар, тәүфиҡлеләр. Күрше-тирә ярҙам һораһа, ярҙамға ашығалар. Мине бар яҡлап хөрмәт итәләр, һәр эштә ярҙамсыларым, – тип ҡыуана Әлимә Тимербулат ҡыҙы.
Нур бөгөнгө көндә Магнитогорск ҡалаһында белем ала, ә Илнур Баймаҡта уҡып, хәҙер өйҙә. Егеттәрҙең ысын күңелдән: “Әсәйебеҙ яҡшы, шәп кеше. Беҙҙе алып үҫтергәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, – тиеүҙәре әсә кешегә оло бәхеттер ул.
–Әсәйем бик тырыш кеше. Беҙҙе яңғыҙ үҫтереүенә ҡарамаҫтан, һәр беребеҙгә яҡшы белем биреп, ныҡлы аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына сығарҙы. Бер ҡасан да тормош ауырлыҡтарына бирешмәне һәм беҙҙе лә шулай сыҙамлы, түҙемле булырға өйрәтте,–ти әсәһе тураһында Илүзә Таһир ҡыҙы.
Әлимә Тимербулат ҡыҙының күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты юҡ, ул үҙенә һәр ваҡыт шөғөл таба. Баҡса эштәренән, мал ҡарауҙан тыш, магазинда ла һатып өлгөрә.
Оҙон ҡыш көндәре балаларға йылы ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр бәйләй. Уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуын көтөп алып, тәмле-татлы ризыҡтар ҙа бешереп тора.
Гүзәл Бохарбаева.