

Онлайн режимындағы сара етмеш кешене йыйҙы. Һөнәри йүнәлеш биреү бүлеге белгесе Артем Дорошин сайтта вакансиялар тәҡдим итеү, кандидаттарҙы йәлеп итеү өсөн өҫтәмә ысулдар табыу тураһында һөйләне. Компания вәкиле яраҡлы кадрҙарҙы һайлауҙа ваҡытты ҡыҫҡартыусы тәьҫирле ысулдар хаҡында кәңәштәр бирҙе. Хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтлелекте арттырыу менән бергә профилле белгестәр кимәлен яҡшыртыу кәрәклеге лә әйтелде. Лекторҙар мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренә резюмеларҙы тикшереү буйынса күнекмәләрҙе яҡшыртыуҙа, уларҙы һайлап алыуҙа ярҙам итә.
“Һөҙөмтәлә кадрҙар резервын формалаштырыу һәм профилле учреждениеларҙың эш сифатын күтәреүгә мөмкинлек арта,” – ти компания вәкиле Елена Никифорова.
Йыл аҙағына тиклем спикерҙар республика халҡы өсөн даими рәүештә түләүһеҙ онлайн-курстар ойошторасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, илдә 2024 йылға тиклем хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу бурысы ҡуйылған. ”Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡтың мәшғүллеге” милли проекты тап ошо эштәрҙе атҡарыуға йүнәлтелгән.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-05/esh-tabyuy-an-at-t-gel-2451387
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.