

Комиссияның яуаплы сәркәтибе Гөлфиә Асҡарова һүҙҙәре буйынса, административ комиссияның күҙ уңында, нигеҙҙә, малдарын иректә йөрөтөүселәр, урамда ҡоймалар янында рөхсәтһеҙ бесән, ҡом, төҙөлөш материалдарын һаҡлаусылар, сүп-сарҙарын ҡайҙа етте шундай ташлаусылар, ғаилә эсендә ғауға сығарыусылар эләгә.
Быйылғы ярты йыллыҡта 16 комиссия ултырышы үткәрелеп, бөтәһе 200-ҙән ашыу административ эш ҡаралған.
Кемдер үҙе лә уйламайынса тәртип боҙоп, комиссия алдына баҫа. Ғаиләләрҙә низағтар күберәк эскелек арҡаһында сыға, һөҙөмтәлә никах тарҡала. Кемдер ҡатынын, балаларын өйҙән ҡыуып сығара, ҡул күтәрә йәки ата-әсәһенән араҡыға аҡса таптырып йонсота.
Ултырыш һайын бихисап эштәр ҡарала. Намыҫтары булғандар комиссия алдында ҡылыҡтарын аңлатырға тырышһа, бәғзеләре бөтөнләй килмәүҙе хуп күрә. Ә был уларҙы яуаплылыҡтан азат итмәй, уларҙың ҡылған ҡылыҡтары өсөн штраф һалына.
Мәҫәлән, үткән аҙнала комиссия ултырышының даими “ҡунағы” – Аҡъяр ауылында йәшәүсе иргә “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Кодексының 13.8-се статьяһы (ғаилә-көнкүреш ғауғалары) буйынса 500 һум штраф һалынды.
Шулай уҡ район үҙәгенән ике гражданға 7.3-сө статья буйынса (ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙоу) 1000 һум күләмендә штраф түләргә тура килде. Комиссия ағзалары Өфө ауылы кешеһенә 7.3-сө статья буйынса ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙған өсөн 1000 һум штраф сәпәне.
“Ни өсөн протокол миңә генә төҙөлгән һуң?” – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр ҙә етәрлек.
Эшһеҙлеккә, заман ауырлығына һылтанып, тормоштарын “еңеләйтергә” маташыусылар – йәмғиәтебеҙҙең ауырыу бер ҡатламы. Комиссия ултырышында ҡаралған эштең яртыһы “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Кодексының 13.8-се статьяһы, йәғни ғаилә-көнкүреш янъялы буйынса төҙөлә.
–Административ эш ҡуҙғатылған икән – беҙ уны өйрәнергә, тикшерергә һәм сара күрергә тейешбеҙ, – тине Гөлфиә Асҡарова. – Һәр береһенең үҙ тарихы, сәбәбе бар. Беҙ бында уларҙы мотлаҡ язаға тарттырырға түгел, ә иҫкәртеү эше алып барырға тейешбеҙ.
Гүзәл Бохарбаева.